Бөрөлә йәшәүсе ҡатын иренен ҡабартыу өсөн матурлыҡ салонына мөрәжәғәт итә. Бында уға 6000 һумға был процедураны башҡаралар. Тик бер аҙҙан ҡатындың ирендәре ауырта һәм ниндәйҙер төйөрҙәр барлыҡҡа килә башлай. Был хәлде асыҡлау өсөн ҡатын матурлыҡ салоны хеҙмәткәрҙәренә ҡабаттан мөрәжәғәт итә, тик уға икенсе ергә барырға кәңәш итәләр.
Ҡатын уларҙы судҡа бирә. Асыҡланыуынса, матурлыҡ салонының бындай хеҙмәтте башҡарыу өсөн медицина белеме лә булмаған, ҡатын менән килешеү ҙә төҙөлмәгән. Суд ирен тултырыуға киткән 6000, ирендәрҙе ҡабаттан матурайтыу өсөн хирургия операцияһына тотонолған 54000, әхләки зыян өсөн 100000 мең һум аҡсаны ҡатынға ҡайтарыу тураһында ҡарар сығарған. Шулай уҡ матурлыҡ салонына штраф та һалған.