“Һаулыҡ” милли проектына ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһына навигацион стереотаксик ҡорамал һатып алынды.
Яңы аппарат ярҙамында арҡа үҙәгенә, травматология, тамаҡ ауырыуҙарына, тубыҡ һәм таз-янбаш быуындарына,төрлө йәрәхәткәнейрохирургик операциларя яһарға була. Ул – стереотаксик нейрохирургияла төрлө ҡатмарлы операция яһауға мөсмкинлеге биреүсе берҙәм программа-инструменталь комплекс.
- Был навигацион ҡорамал баш мейеһендә төрлө юғары технологиялы нейрохирургик операция эшләү мөмкинлеге лә бирә, – ти дауахананың баш табибы Андрей Палтусов. – Программа менән монитор аша идара итәһең, был иһә эште күпкә еңелләштерә һәм операция эшләү ваҡытын да ҡыҫҡарта.