Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Март 2021, 07:52

Туғыҙынсылар өсөн һынауҙар

Быйыл һайлап алынған фәндән имтихандар булмай. Туғыҙынсы кластар өсөн имтихандар урынына контроль эштәр ҡаралған.

Туғыҙынсылар түбәндәге фәндәрҙең береһен һайлап, имтихан бирәсәк. Рособрнадзор 2021 йылда барлыҡ төбәктәр өсөн берҙәм график иғлан итте:
18 май – биология, әҙәбиәт, информатика һәм ИКТ;
19 май – физика, тарих;
20 май – йәмғиәтте өйрәнеү, химия;
21 май – география, сит телдәр.
Уҡыусы һайлаған фәнен күрһәтеп, 30 апрелгә тиклем ғариза яҙырға тейеш.
Читайте нас