Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Март 2021, 06:28

Сергетыш һәм кәләпүш - федераль һәм төбәк реестрында!

Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫ объекттарын Берҙәм Реестрға индереү буйынса Эксперт совет ултырышы үтте. Реестрға инеүгә ете объект дәғүә итте.

Унда ғалим-тикшеренеүселәр, фольклорсылар, сәнғәт әһелдәре, этнографтар, тарихсылар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Эксперт советы ағзалары төбәк һәм федераль реестрға инеүгә дәғүә итеүсе 7 объектты ҡараны:

-рус халыҡ әкиәттәре һәм Башҡортостан Республикаһында әкиәтселәр;

-Башҡортостандың Бөрйән районында сергетыш тегеү технологиялары;

-Башҡортостан сыуаштарының традицион туйы;

-Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙҙарының баш кейеме – кәләпүш;

- Башҡортостандың Ҡазан татарҙарының традицион туй йолаһы;

-Башҡорттарҙың ат спорты ярышы – ауҙарыш;

- Башҡортостан латыштарының Лиго байрамы.

Һәр объект буйынса презентация үтте. Тикшереү-баһалау һөҙөмтәләре буйынса ОНКН паспортының төбәк реестрына “ Башҡортостан латыштарының Лиго байрамы”н индерелһә, ҡалған объекттар, шул иҫәптән сергетыш менән кәләпүш, федераль һәм төбәк реестрға индерелде.
Фото: Р. Ғизәтуллина.
Читайте нас