Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Март 2021, 13:27

Мутлыҡ буйынса 7 енәйәт эше асылған

Тәүлек эсендә 14 кеше муттарҙан зыян күргән: 6 кешене ялған "банк хеҙмәткәре" алдаған, 3 кешене Интернет аша тауар һатып алғанда йәки һатҡанда һемәйткәндәр, ҡалғандарҙы - төрлө хеҙмәт күрһәткәндә.

Ялған "банк хеҙмәткәрҙәре"нең тоҙағына ҡапҡан алты кеше билдәһеҙ иҫәптәргә 2,5 млн һум аҡса күсергән.
Өфөлә йәшәүсе егет ҡиммәтле телефонын 50 мең һумға һатыуы тураһында популяр сайтҡа иғлан биргән.
Смартфонды һатып алырға теләүсе бик тиҙ табылған. Ике сәғәт эсендә телефонды һатып алып та киткәндәр.
Һатып алыусы киткәс кенә егет банкноталарҙың ялған булыуын асыҡлаған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас