Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Март 2021, 09:44

«Мин унда суҡмар тотоп барыр инем»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров нимәгә көйөнә?

Төбәк етәксеһе оператив кәңәшмәлә намыҫһыҙ подрядсылар мәсьәләһен күтәрҙе. Атап әйткәндә, Радий Фәрит улы Стәрлетамаҡта ҡыйыҡтарҙы ремонтлаған «Стройресурс» ойошмаһының эшен тәнҡитләне.
– «Стройресурс» подрядсы ойошмаһы урамдан теләһә кемде йыйып эшләтә. Мин кешеләрҙе түгел, ә түбән квалификациялы эшсе көстө ҡабул иткән етәкселәрҙе әрләйем. «Стройресурс» бер юлы 11 йорттоң ҡыйығын ремонтларға тотонған, һөҙөмтәлә эшселәре өлгөрә алмаған, ямғыр яуып, 130 фатирға һыу үтеп ингән. Ҡыйыҡтар һуңлап файҙаланыуға тапшырылған, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Башлыҡтың, «Стройресурс» киләһе йылға ла килешеүҙәр төҙөнөмө, тигән һорауына капиталь ремонт буйынса төбәк операторының генераль директоры Павел Сафонов, ойошма алдан уҡ бер нисә подряд алғайны, тип яуапланы.
– Бер тапҡыр үҙен насар яҡтан күрһәткән ойошмаларға ышаныс белдерергә ярамай. Стәрлетамаҡта нимәләр ҡыйратҡанығыҙҙы белһәм, мин унда суҡмар тотоп барыр инем. Барыһын да үҙем асыҡлар инем.
Башҡортостан Башлығы ошондай компанияларҙы «ҡара исемлек»кә индерергә ҡушты. «Әлеге ойошма киләһе йылға 800 миллион һумға подряд алған. Белмәйем, быны нисек эшләрһегеҙ», – тип өҫтәне Радий Фәрит улы.

Фото: Т. Аманов.
Читайте нас