Хәлдән килгәнсә һәр кешегә ярҙам итергә тырышам. Журналистика – дүртенсе власть. Беҙҙең халыҡтың проблемаларын сисергә булышлыҡ итергә мөмкинлегебеҙ бар. Ҡулда – микрофон, үткер тел. Әммә! Бер мәл буйынса асыҡлыҡ индерергә теләйем. Мөрәжәғәт, хатты алғандан һуң журналист эҙләнеүе башлана. Бер ҡасан да бер яҡ буйынса ғына эш алып барылмай. Икенсе, өсөнсө яҡтарҙы тыңлайбыҙ, ҡат-ҡат һорауҙар бирәбеҙ, тикшерәбеҙ, дәлилдәр эҙләйбеҙ, бихисап кеше менән аралашабыҙ. Мотлаҡ үҙебеҙ барып күрәбеҙ! Йөрөйбөҙ, ҡарайбыҙ, күҙәтәбеҙ. Бер теманы аҙналап өйрәнергә тура килә. Ҡайһы ваҡыт ялыуҙар дөрөҫ булмай, ә кешенең шәхси дошманлашыуы ла булып сыға. Халыҡтың мине хаҡлыҡ һағында тороусы, етешһеҙлектәрҙе ҡурҡмай әйтеүсе журналист итеп ҡабул итеүе һәм ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүе – ҙур яуаплылыҡ һәм ышаныс. Әммә ошоларҙы «бөтөрөргә» кәрәк тигән талап менән исемлек яҙылған хаттар иғтибарҙан ситтә ҡала һәм ҡаласаҡ: күршеһе, силсәүит башлығы, мәктәп директоры, магазин хужаһы, яңылыш уға ҡырын һүҙ әйтеп китеүсене һәм башҡаларҙы «аҡылға ултыртыу» теләге. Улай булмай. Беҙ дөрөҫлөк яҡлы. Ялған ялыу буйынса йөрөмәйбеҙ. Һатылмайбыҙ. Дуҫтарҙың һәм таныштарҙың һорауы буйынса «батырмайбыҙ». Күҙгә күренеп ятҡан етешһеҙлек йә ғәҙелһеҙлек булғанына шик тыуһа, журналист эҙләнеүен ойошторабыҙ. Шуға ла проблемалар бар икән, тура мөрәжәғәт итегеҙ, ә беҙ тура һөйләрбеҙ. Иң мөһиме, уларға күҙ йоммаҫҡа, битараф ҡалмаҫҡа һәм уларҙың ысынбарлыҡҡа тап килеүе шарт. Махсус репортаж. Sitdikova77@mail.ru