Красноярскиҙа сноуборд һәм фристайл буйынса донъя беренселеге тамамланды. Өфөнөң тау саңғыһы буйынса мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе 18 йәшлек Всеволод Мартынов «параллель слалом» дисциплинаһында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, алтын миҙал яуланы.
Всеволод үҙенең тыуған көнөндә, 25 мартта, «параллель слалом-гигант»та өсөнсө урын алғайны, тип хәбәр итте республика Спорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.