Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Март 2021, 07:56

Бөрйәндәргә афарин!

Пермдә X Бөтә Рәсәй ҡышҡы ауыл уйындары үтте. Башҡортостан намыҫын яҡлаған Бөрйән йыйылма командаһы дөйөм команда беренселегендә I урын яуланы!

Бәйгелә барлығы 45 төбәк сығыш яһаны. Байназар ауылынан Салауатовтар ғаиләһе 22 команда араһында 5-се урын алып ҡыуандырһа, механизаторзар ярышында Нияз Намаҙбаев менән Ирек Шәмиғолов 42 команда араһында 10 урын алыуға өлгәште.
Һауынсылар ярышында Алина Боҫҡонова менән Илдус Насыров 7-се урын алып, республикабыҙ командаһына тос өлөш индерҙе. Шулай итеп дөйөм мәрәйҙәр буйынса, халыҡ һаны 800 меңдән артҡан төбәктәр араһында Башкортостан Республикаһы 1-се урынға сыҡты.
Читайте нас