Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Март 2021, 04:20

Ҡартаямы һуң был йөрәк?..

"Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" йүнәлеше буйынса һәр йәштәге кеше лә рәхәтләнеп спорт менән шөғөлләнә ала. Быға шарттар ҙа булдырыла.

2019 йылда Ағиҙел ҡалаһында "Әүҙем оҙон ғүмер" клубы асылған. Үрҙә телгә алынған милли проектты ғәмәлгә ашырыу барышында өлкән йәштәгеләр өсөн дә уңайлы шарттар булдырылған. Клубҡа йөрөүселәргә аҙнаһына һигеҙ "дәрес-күнекмә" тәҡдим ителә: икешәр көн йәйәү йөрөү, аквафитнес, "Сәләмәт умыртҡалыҡ" программалары. Тағы ике көн, кесе йома һәм йәкшәмбе, алыҫ араға дистанция үтеү (10 км-ға тиклем).

Был ғына ла түгел әле. Өлкәндәр донъя халыҡтары бейеүҙәре менән дә шөғөлләнә ала. Быға уларҙы Гүзәл Шаһмина өйрәтә.
Клуб коллективы ағзаларының көнө шулай йөкмәткеле үтә.
"Ҡартайғас, ошолай ҡартайырға кәрәк", - ти улар.
Фото: Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас