Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Март 2021, 10:16

Юл фажиғәләре - 28 март

Кисә республика юлдарында алты автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, ете кеше яраланған.

Киске сәғәт туғыҙынсыла Иглин районында, Иглин-Красный Восход автоюлының 24-се саҡрымында, 26 йәшлек ир "Лада Гранта" машинаһында велосипедта ҡаршы килгән 63 йәшлек ирҙе төрттөрә.
Велосипед хужаһы "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем йән бирә. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
"Лада"ның водителе иҫерек булған (алкотестер 1,032 мг/л күрһәткән).

Тәүлек эсендә 2400-ҙән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 54 иҫерек водитель тотолған.
Фото: Д.Ғилметдинов.
Читайте нас