Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Марта 2021, 05:55

Яңы ФАП-та тәүге вакцинация ла үткәрелде

Баҡалы районының Нуғайбәк ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты халыҡты сәләмәтләндереү буйынса әүҙем эш алып бара. Әйткәндәй, яңы бина “Һаулыҡ” милли проетына ярашлы төҙөлә һәм быйыл сафҡа инә.

Баҡалы районының Нуғайбәк ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты халыҡты сәләмәтләндереү буйынса әүҙем эш алып бара. Әйткәндәй, яңы бина “Һаулыҡ” милли проетына ярашлы төҙөлә һәм быйыл сафҡа инә. Медицина учреждениеһы Нуғайбәк, Батрак, Иваново ауылдары халҡына, барлығы 350 кешегә медицина ярҙамы күрһәтә.
Учреждениела халыҡҡа тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн барлыҡ кәрәкле ҡорамал да бар. Бында тәүге ярҙам ғына түгел, халыҡ менән профилактик эш тә үткәрелә. Ошо көндәрҙә ауылдың ФАП -ында Баҡалы үҙәк район дауаханаһы табиптары ла кешеләрҙе ҡабул итте һәм коронавирусҡа ҡаршы вакцинация яһаны.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас