Әлеге минуттарҙа Асҡын районының Урмияҙ ауылында район башлығы Ришат Марат улы Дихинды һуңғы юлға оҙатыу тамамланды. Матәм минингында республика Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, дәүләт власы органдары, төрлө министрлыҡтар, ведомство етәкселәре, республика ҡала-райондары хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты.
⠀Радий Фәрит улы Дихиндың нисек итеп район башлығы итеп тәғәйенләнеүен иҫкә алды, талантлы етәксе булыуын билдәләне:
⠀
– Бик әүҙем егет ине. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Асҡын халҡын уның ҡулына ышанып тапшырҙыҡ. Ике йыл оҙаҡ та түгел. Әммә район үҫеште. Ул халҡына ҡарата бик йылы мөнәсәбәттә булды. Башбаштаҡлыҡ ҡылып йөрөмәгән, үҙенең халҡы өсөн намыҫлы хеҙмәт иткән кешелекле Кеше икәнен аңланым. Ришат Марат улының юлы ҡыҙыҡлы булды: ул ике юғары уҡыу йортон тик бишлеләргә генә тамамлағайны, аҙаҡ район менән етәкселек иткәндә лә «отличник» булды. Асҡын районында полилингваль гимназия төҙөргә хыял иткәйне, беҙ был идеяны уның иҫтәлегенә тормошҡа ашырасаҡбыҙ.
Республика Башлығы мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, ярҙамһыҙ ҡалдырмабыҙ, тине.
Ришат Марат улының тормош иптәше Гөлназ ире менән бер командала эшләүселәргә оло рәхмәтен белдерҙе.
«Беҙҙең мөхәббәткә – Аллаһ ҡына шаһит, беҙҙең көйөнөстәрҙе тик үҙебеҙ белдек. Барлыҡ ҡыйынлыҡтарҙы үткәйнек бит, тик әлегә генә бирештек. Матурым, тыныс йоҡла, һин беҙҙең күңелдәрҙә һәм хәтерҙә мәңге һаҡланырһың. Беҙ һине ныҡ итеп яратабыҙ», — тине Гөлназ.
БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Ришат Дихин үҙ иленең аҫыл улы булыуын әйтте.
«Ришат Марат улы һәр ваҡыт үҙенең милләте, мәҙәниәте өсөн янып йәшәне. Ул йолаларҙы һаҡлауға йүнәлтелгән проекттар булдырҙы. Уҙған йылдың сентябрендә тыуған ауылындағы Мәҙәниәт һарайының реконструкцияһы тураһында ҡыуанып һөйләгәйне, шунда оркестр концертын үткәрергә теләүен әйтте. Былтыр ул хыялы тормошҡа ашты. Урмияҙ ауылындағы яңыртылған клубты асыу тантанаһында Милли халыҡ ҡоралдары оркестры һәм Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһаны. Уның шул саҡта бала кеүек ҡыуаныуын белһәгеҙ ине», — тип хәтирәләре менән уртаҡлашты Әминә Ивний ҡыҙы.
Ғөмүмән, Асҡын районы ғына түгел, бар Башҡортостан ауыр юғалтыуға дусар булды. Ришат Марат улы иҫтәлегенә интернетта баҫылған иҫәпһеҙ-һанһыҙ яҙмалар ошоға дәлил булып тора.
«Үҙ балабыҙ кеүек ҡәҙерле, яҡын инең... Асҡыныбыҙ ғорурлығы, маяғы инең... Бик ауыр юғалтыу... Бөтә асҡындарҙы илатып, ҡайғыларға һалып киттең бит, изгеләрҙән изге йәнле Ришат Марат улы, һис кенә лә ышанаһы килмәй, онотмабыҙ һис ҡасан... Тыныс йоҡла... Асҡын күгендә, беҙҙең күңелдәрҙә яҡты йондоҙ булып балҡырһың...Үрнәк булып... Илаһи бер моң, нур булып...» – тип яҙа интернет ҡулланыусылар.
Бәхил бул, Ришат Марат улы...