Тәүге "Урал"дар Бөйөк Ватан һуғышы алдынан барлыҡҡа килгән. Ил етәкселеге, Германияның БМВ хәрби мотоциклдарының уңайлы булыуын күреп, Ҡыҙыл Армия өсөн ошондай транспорт булдырырға теләй. Тик фашистик Германия Советтар Союзына мотоцикл һатыуҙан баш тарта. Мәскәү Швеция аша биш BMW R71 өлгөһөн ҡулға төшөрә.
Совет инженерҙары сит ил матайын яҡшылап үҙләштерә һәм М-72 мотоциклын уйлап таба. Тап М-72 моделе нигеҙендә артабан барлыҡ ауыр арбалы матайҙар етештерелә.
Хәҙерге "Урал", элекке моделдәргә ҡарағанда, юғары материалдар сифаты һәм төҙөү стандарттары менән айырылып тора. Етештереүселәр матай хаҡын 800 меңдән алып бер миллион һумға тиклем тип баһалай.