Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Март 2021, 08:05

Президент Мөрәжәғәтнамәһенең яҡынса көнө билдәле булды

РФ Федераль Йыйылышына сығыш яһау иҫтәлекле дата менән бер көндө булыуы ихтимал.

Кремлдә 22 апрель тураһында фекер алышалар икән. Тик уныһы ла теп-теүәл генә аныҡ көн түгел.
Әле Путиндың матбуғат секретары Песков әфәнде 22 апрелдә ул әһәмиәтле сараның булыуын раҫламаған да, инҡар ҙа итмәгән.
Әйткәндәй, 22-һе ниндәй иҫтәлекле көн, тип аптыраусылар юҡтыр ул? Был Ленин "бабай"ҙың тыуған көнө икәнен күптәр беләлер, моғайын.
Фото: Кремлин.ру
Читайте нас