+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Март 2021, 15:15
Нуриман автоклубы һөҙөмтәле эшләй
Үткән аҙнала район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Биәз һәм Яңы Бүрес ауылдарына барып концерт ҡуйып ҡайтты. Был ижади сәфәрҙә уларға "ГАЗон Некст" автоклубы ярҙам иткән. ⏬
Был машина районға "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса республикала тәүгеләрҙән булып ҡайтарылған. Нуримандар уны һөҙөмтәле ҡуллана - төпкөл ауылдарға йыш ҡына ижади сәфәр менән сығалар. Быйыл шулай итеп һигеҙ ауылда концерт ҡуйып та өлгөргәндәр.
Үткән аҙналағы йырлы-моңло тамашалар асыҡ һауала автоклуб сәхнәһендә үткән. Район мәҙәниәт йорто артистарының сығышы барыһының да күңеленә хуш килгән.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"