Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Март 2021, 06:20

Әнүәр Нурғәлиевҡа — мәртәбәле исем

Йырсы маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Ошо көндәрҙә Ҡазанда TMTV премияларын тапшырыу тантанаһында Әнүәр Нурғәлиевҡа Татарстандың атҡаҙанған артисы исеме бирелде. Йырсыны Татарстандың Премьер-министры урынбаҫары Ләйлә Фазлыева һәм мәҙәниәт министры урынбаҫары Дамир Нотфуллин тәбрикләне.
«21 йыллыҡ хеҙмәтемде баһалағанығыҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, хөрмәтле тамашасыларым янымда булды, уларға ла рәхмәт әйтәм. Бөгөн ҙур шатлыҡ кисерәм. Был премияны тормош иптәшемә, һөйгәнем Иринаға бағышлайым», — тине күҙ йәштәре аша Әнүәр Нурғәлиев.
Күптән түгел Әнүәр Нурғәлиевҡа БР-ҙың халыҡ артисы исеме бирелгәйне.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас