Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Март 2021, 18:07

Өфө студенты уңайлы инвалид коляскаһы уйлап тапҡан

Өфө дәүләт нефть техник университетында инвалид коляскалары етештереләсәк.

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Мехроб Назаров бала сағынан профессиональ көрәш спорты менән әүҙем шөғөлләнә. Әммә 2015 йылда ярыш мәлендә уңайһыҙ ҡолағандан һуң, егеттең муйын умыртҡаһының һөйәге йәрәхәтләнә. Бөгөн һынылышлы осорҙо студент күҙ йәштәре аша хәтерләй. Әле ул инвалид коляскаһы ярҙамында хәрәкәтләнә. Студент үҙенә уңайлы булһын өсөн һабаҡташтары менән бергә уңайлы кресло хәстәрләй.
«Өс йыл элек ҙур һәм уңайһыҙ коляскала йөрөй инем. Шунан һуң бына әлеге коляскамды бирҙеләр. Ә 2018-ҙә мин уны етештереүсе менән ҡыҙыҡһына башланым. Әлеге ваҡытта беҙ баҙарға тәҡдим иткән кеүек уңайлы коляскалар башҡа бер кемдә лә юҡ», – ти ӨДНТУ студенты.
Дюралюминийҙан ортопедик креслолы колясканы һәр кемдең кәүҙәһенә ҡарап яйларға, ҡулдарҙың оҙонлоғона ҡарап көйләргә мөмкин. Ауырлығы ни бары 11килограмм тәшкил итә. Мехробҡа таныш конструкторҙары һыҙмалар әҙерләргә ярҙам иткән. Уның хаҡы европа аналогтары менән сағыштырғанда 200-300 мең һум самаһы торасаҡ тип күҙаллана. Тест экземплярына студенттар үҙ көсө менән аҡса йыйған.
«Студенттарға ҡорамалдар, материалдар һатып алыуҙа ярҙам итеү өсөн проектты лидерҙар инициативаһы төркөмөнөң конкурсы аша рәсмиләштерәсәкбеҙ. Бағыусылар эҙләйәсәкбеҙ, был маҡсатта үҙебеҙҙә уҡып сыҡҡан белгестәрҙе йәлеп итәсәкәбеҙ. Колясканың прототибы әҙер булыу менән беҙ уны мөмкин тиклем тиҙерәк етештерә башларға ниәтләйбеҙ», – ти Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Олег Баулин.
Йәш ғалимдарға, афарин, тиергә генә ҡала!
Фото: «Башньюс».
Читайте нас