Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Март 2021, 10:37

"Эх, Силәбе, Силәбе, һиңә тағы бер киләм әле..."

Силәбе башҡорттарының рухи мәҙәниәтен үҫтереүгә арналған сара уҙҙы.

Магнитогорск ҡалаһының медиаүҙәгендә Силәбе башҡорттарының рухи мәҙәниәтен үҫтереүгә арналған саралар үтте. Унда «Башҡортостан ҡыҙы» журналы мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы етәксеһе Ҡамса Мортазин, Магнитогорск ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Азамат Әхмәтҡужин, Силәбе өлкәһенең Агапов һәм Әбйәлил райондары вәкилдәре ҡатнашты.

Түңәрәк өҫтәлдә Силәбе өлкәһенең көньяҡ биләмәләрендә йәшәгән башҡорттарҙың рухи мәҙәниәтен үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Шағирә Гөлназ Ҡотоева матбуғатҡа яҙылыуҙа әүҙемерәк булырға саҡырҙы. Форумда ҡатнашыусылар тыуған яҡты өйрәнеү буйынса беренсе Төбәк-ара конференцияның резолюцияһы менән танышты, ер-һыу атамаларын өйрәнеү һәм һаҡлау мәсьәләһенә айырыуса иғтибар итергә кәрәклеген билдәләне.
Әҙәби ижадты үҫтереү һәм әҫәрҙәрҙе баҫтырып сығарыу мәсьәләләре тикшерелде. Магнитогорск ҡалаһының Әҙәби берлеге ағзалары Алһыу Рәхимғолова һәм Йәмилә Хисмәтуллина, Әбйәлил районы педагог - ветерандары Фәнүзә Биктимерова һәм Айһылыу Хәсәнова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Сараның икенсе өлөшө Магнитогорск ҡалаһы йәмәғәт эшмәкәре, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы Сәфинә Хәкимованың 60 йәшлек юбилейына арналды. Хәлил Рәхмәтуллин юбилярға «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалын тапшырҙы, тип яҙа Ҡоролтай сайты.

Читайте нас