Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Март 2021, 10:55

Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призерҙары

Башҡортостан уҡыусылары Белгород ҡалаһында химия фәне буйынса олимпиадала уңышлы сығыш яһаны.

Командалағы 11 йәш химиктың бишәүһе - Анастасия Лаврёнова, Ләйлә Исмәғилева, Родион Воронин, Артём Хафизов, Тимур Муллағәлин призлы урындар яуланы. Улар Республика инженер лицей - интернаты базаһындағы "Аврора" таланттарҙы үҫтереү үҙәгендә шөғөлләнә.
Еңеүселәр республика Башлығы премияһына лайыҡ буласаҡ һәм илдең теләгән вузына профиль буйынса имтихандарһыҙ инеү хоҡуғын аласаҡ. Шулай уҡ юғары уҡыу йортонда белем алған осорҙа Рәсәй Президенты грантына дәғүә итә аласаҡ.
Читайте нас