Грантҡа лайыҡ булыусы тренер менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрендә таныштыра: «Рөстәм Хәсәнов – Ишембай районының Ишей ауыл егете. Ул гер спорты тренеры булараҡ, районда тәүгеләрҙән булып 600 мең һумлыҡ сертификат алыуға өлгәште. Беҙҙең «Ауыл тренеры» программаһы – ғәмәлдә».
Билдәле булыуынса, 2020 йылда Башҡортостанда «Ауыл тренеры» программаһы булдырылды. Бындай проект Рәсәйҙең бер төбәгендә лә юҡ ине, әле тәжрибәне бөтә ил буйынса таратыу күҙаллана. Бөгөнгәсә республикала 11 спорт төрө – спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, еңел һәм ауыр атлетика, уҡ атыу, каратэ, спорт йүнәлешле һәм тай боксы – буйынса 34 тренер 600 мең һумлыҡ сертификат алды. Радий Хәбировтың һүҙҙәренсә, райондарҙа спортты үҫтереү – бик мөһим бурыс, сөнки халыҡтың 40 проценты ауылдарҙа йәшәй, шуға күрә «Ауыл тренеры» артабан да үҙ эшен дауам итәсәк. Сертификаттарҙың һаны ла артыр тип көтөлә.