Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Март 2021, 12:30

Арыҫлан бәләкәй Рәми ролен башҡарасаҡ

“Һеңлекәш” фильмында Йәмилде уйнаған малай халыҡ шағирының бала сағын һынландырасаҡ.

Рәми Ғарипов тураһында фильм төшөрөү дауам итә. Коронавирус арҡаһында эштәр туҡтап торғайны, былтыр декабрҙә фильм өҫтөндә эшләү тергеҙелде.
"Шағир көндәлеге" картинаһын тәүҙә халыҡ көсө менән төшөрөү өсөн краудфандинг иғлан ителгәйне. Йәмәғәтселек фильм өсөн бер миллион һумдан ашыу аҡса йыйҙы.
Бөгөн иһә фильм Башҡортостан Башлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Ә. Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы, Свердловск киностудияһы һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында төшөрөлә. Режиссеры Булат Йосопов, сценарий авторы – Гөлсәсәк Саламатова.
Шағирҙы Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Артур Ҡунаҡбаев уйнай. Ә Надежда Ғарипованы - Рус дәүләт драма театры актрисаһы Олеся Шибко.
Рәми Ғариповтың үҫмерлек осорон Өфө сәнғәт институты студенты Линар Байымов һынландыра. Кескәй Рәми ролендә - "Һеңлекәш" фильмында танылыу алған Арыҫлан Ҡырымсурин.
Читайте нас