Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Март 2021, 01:30

Кешегә ярап булмай...

Бер көндө атай менән ул, ҡала урамын гиҙергә ниәтләп, тышҡа сыҡҡан. Атай кеше ишәген дә менеп алған, ти. Малай эргәләренән барған.

Бер аҙҙан нимә ишетәләр:
– Ии-и, бахыр, малай, атаһы ишәк менгән, ә ул йәйәү йүгергән була...
Ир балаһын йәлләп ҡуйған һәм, ишәгенән төшөп, улын ултыртҡан.
Тағы бер аҙ барғас, уҫал ғына тауыш сыҡҡан:
– Оят түгелме? Малай, солтан кеүек, ишәккә атланып китеп бара, атаһы, меҫкен, бынау эҫелә йәйәү!..
Ахырҙа малай атаһын саҡырған да икәүләп менеп баралар, ти, ишәкте.
Ун метр китергә лә өлгөрмәгәндәр, бер ҡатын сәрелдәп үк ебәргән:
– Ай-й, кешеләр, күрегеҙсе! Бахыр хайуанҡайҙы нисек ыҙалаталар? Икәүләшеп менеп баралар бит, үәт, йүнһеҙҙәр!
Атай менән ул, баштарын аҫҡа эйеп, ишәктән төшөп, уны етәкләп кенә юлдарын дауам иткән.
Һәм көлгән тауышҡа һиҫкәнеп киткәндәр:
– Бынау сәйерҙәргә ҡарағыҙ әле, ул ишәк бер нәмәгә файҙаһы булмағас, нишләп аҫрайһығыҙ? Ни улын мендермәгән, ни үҙе менмәгән. Бер йөгө лә юҡ хайуандың...
Тамам аптыраған атай менән ул.
– Улым, беҙ нимә генә эшләһәк тә, бының менән килешмәүселәр табылыр. Шуға ла, берәүгә лә баҡмай, берәүҙе лә тыңламай, ишәгебеҙ менән нисек йөрөргә үҙебеҙ ҡарар итергә тейешбеҙ...
Йәмәғәт, һеҙҙеңсә, кем хаҡлы?
Фото: Айсын АҠБУЛАТОВА
Читайте нас