Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Март 2021, 01:24

Инде тартмаҫһығыҙ...

Тәмәкегә хаҡ шаҡтай арта.

Рәсәй Президенты Владимир Путин тейешле указға уҙған йыл аҙағында уҡ ҡуйғайны.
Указдың нигеҙендә, апрель айынан Рәсәйҙә тәмәкегә минималь хаҡ күтәреләсәк һәм уны шул сумманан түбәнерәк һатыу тыйыла. Минималь хаҡты иҫәпләү формулаһы бик ҡатмарлы – ул акциз ставкаһына һәм һалым суммаһына бәйле.
Хаҡ йыл һайын үҙгәртелә һәм ул бынан ары кәм булмаҫ тип көтөлә. Күп белгестәр закон проектын ыңғай баһалай, халыҡтың сәләмәтлеген яҡшыртыуға йүнәлтелгән алым, тип иҫәпләй. Әммә бәғзеләренең һүҙҙәренсә, бер ҡап тәмәке хаҡының 53 проценты акциз һалымын тура килә.
Әлеге ваҡытта бер ҡап тәмәкенең минималь хаҡы 108 һумға тиклем артыр тип көтөлә.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас