Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Март 2021, 06:50

Дзюба еңеү килтерә

Кисә Рәсәй йыйылма командаһы футболсылары киләһе йыл буласаҡ футбол буйынса донъя чемпионаты төркөм осрашыуҙарының икенсе уйынында ла Словенияны 2:1 иҫәбенә еңеп, үҙ төркөмөндә беренсе урында нығынды.

Команда капитаны Артём Дзюба ике тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, Рәсәй уйынсыларын алға сығарҙы. Хәҙер Черчесовтың тәрбиәләнеүселәре алты мәрәй яулап, үҙ төркөмөндә беренсе урында килә. Словения менән Хорватия өсәр мәрәй яулап, икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлешә. Рәсәй уйынсыларының киләһе уйында буласаҡ дәғүәсеһе – Словакия командаһы ике бәйгелә лә тигеҙ иҫәпкә уйнап, ике мәрәй менән дүртенсе урында урынлашҡан.
фото: ТАСС.
Читайте нас