Бөгөн «Театраль Волга буйы» төбәк-ара фестиваленең еңеүселәре билдәләнде. Уларҙың араһында Бәләбәй ҡалаһынан «Браво» театр студияһы ла бар. Улар 3-сө урын яуланы һәм 100 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Шулай уҡ театр студияһы бәйгегә тәҡдим иткән «Әлинур» спектакленең афишаһы ла өсөнсө урын яуланы, уның авторы – Яна Яблокова.