+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Март 2021, 11:00
Мутлыҡ буйынса 10 енәйәт эше асылған
БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, уҙған тәүлектә 14 кеше муттарҙың ҡорбанына әйләнгән: 9 кешене ялған "банк хеҙмәткәрҙәре" алдаған, 2 кешене Интернет аша тауар һатҡанда йәки алғанда алдағандар, 3 кешене – төрлө хеҙмәттәр күрһәткәндә.
Октябрьскийҙа йәшәгән егет интернет-магазиндан компьютерға видеокарта алыр өсөн 6800 һум аҡса түләгән. Аҡса күсеү менән «һатыусылар» уны ҡара исемлеккә тыҡҡан.
Өфөнән бер ҡатын «Юла» сайтына туфли һатыуы тураһында иғлан биргән. «Һатып алыусы» сумманың яртыһын алдан күсерәм, тип алдап, ҡатындан карта мәғлүмәттәрен һорап алған. Һөҙөмтәлә ҡатындың картаһынан 76 мең һум аҡсаны урлағандар.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"