Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Март 2021, 17:51

Өфөнөң Яҡутов исемендәге паркындағы атракциондарҙы һаталар

Аукцион 26 апрелгә тәғәйенләнелгән.

“Яҡутов исемендәге парк” ойошмаһының арестҡа алынған мөлкәте һатыуға ҡуйыласаҡ. Был хаҡта Росмөлкәт идаралығында хәбәр итәләр.
Аукцион 26 апрелдә уҙасаҡ, унда барлығы 17 лот ҡатнашасаҡ. Иң ҡыйбатлы атракциондар – “Корсар” (башланғыс хаҡы 3,8 млн), «Тайфун” (3,7 млн), “Виртуаль Боинг” (1,9 млн).
Бынан тыш, теләүселәргә кәмә менән бассейнды, селтәрле каруселде, “Электромобилдәр”, “Мини-джет машиналары”, “Ирекле төшөү башняһы” аттракциондарын тәҡдим итәләр.
Бынан тыш, “Балалар күҙәтеү тәгәрмәсе”, “Филдәр”, “Мини-пират”, “Туй каруселе”, “Ғаилә поезды” һәм һауа менән тултырылған батуттар һатыла.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте
Читайте нас