Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Март 2021, 12:05

«Беҙ киләсәккә таянып эшләйбеҙ»

йәки Ламса нимәһе менән Цулыгиндан шәп?..

«Салауат Юлаев» хоккей командаһы элек-электән Башҡортостандың ғорурлығы булып һыналды.
Бигерәк тә һуңғы арала уның уңышына шатланып, уңышһыҙлығына көйәләнеп, республикабыҙҙың бар халҡы уны үҙенең йәшәйеш тормошона әйләндереп бара тиһәк тә хата булмаҫ. Ысынлап та Өфө хоккей мәктәбе күп хоккей «йондоҙ»ҙарын үҫтереп, Рәсәй хоккей үҫешенә ҙур өлөш индерә һәм индерер тип ышанғы килә. Клуб та Рәсәй спорт кимәлендә үҙ урынын табып, КХЛ чемпионаты башланғанынан алып, йыл да плей-оффта уйнай һәм төп приз өсөн көрәште маҡсат итеп ҡуя. КХЛ-ға тиклем командабыҙ Рафаэль Ишмәтов етәкселегендә өс тапҡыр (1995, 1996, 1997 йылдар) Рәсәй беренселегенең бронза миҙал призеры була. Ә инде унан һуң, Сергей Михалев етәкселегендә һуңғы тапҡыр уйнатылған Рәсәй беренселеге чемпионы булып (2008 йыл), һуңынан Вячеслав Быков баш тренер булғас, Гагарин кубогын да (2011 йыл) яулай. Унан тыш 2014 йылда – көмөш һәм 2010 менән 2016 йылда бронза миҙалға эйә була. Ҡыҫҡаса әйткәндә, Рәсәй хоккей элитаһында үҙ урынын тапҡан команда. Үҙәк белгестәр ҙә юлаевсыларҙың сығышын маҡтап, йыл да уларға һоҡланыуын йәшермәй. Тик бына команда эсендәге ҡайһы бер аңлашымаусылыҡтар арҡаһында сыҡҡан һөҙөмтәһеҙ сығышы күңелде ҡыра. Әйтәйек, 2017 йылда клуб етәкселеге беҙҙең белгестәргә ышанмай, Финляндиянан Эркка Вестерлундты саҡырҙы. Шәп белгес булараҡ, ул бер мәл финдарҙы донъя беренсегенең уңышына килтерә. Юлаевсылар етәкселеге быны күҙ уңынан ысҡындырмай, уны командаға баш тренер итеп һайлай. Һәм шул уҡ йылда «Салауат Юлаев» уйынсылары беренсе раундта «Авангард»ты үтеп, икенсеһендә «Трактор»ға барып абына. Фин белгесенән баш тарталар һәм уның ярҙамсыһы булып эшләгән яҡташыбыҙ Николай Цулыгинға дилбегәне тапшыралар. Уныһы дебют йылында уҡ команданы конференцияның финалына алып барып еткерә, тик нишләптер урынынан алып, үҙебеҙҙең етәкселәр йәнә фин белгесенә мөрәжәғәт итә. Командаға Ламса килә. Уныһы бар системаны үҙгәртеп, төп көстө финдар тройкаһына туплай һәм шулар менән генә кубокты яуламаҡсы була. Бер ҡарағанда, шулай һымаҡ тойола ла. Сөнки ысынлап та даими беренселектә улар күпселектә еңеүгә тос өлөш индереп, юлаевсыларға кәрәкле мәрәй ҡумтаһын байыта. Чемпионатта ла уларға тиңләшеүсе табылмай тиерлек. Тик плей-офф башланғас, уның дәғүәселәре өфөлрҙең пятерҡаһына ҡаршы тактика төҙөп, юлаевсыларҙы уйынһыҙ ҡалдыра. Дөрөҫөрәге, Ламса «ыштанһыҙ» ҡала. Ул, беренсе раундта теге «Трактор» клубын үҙенең белдеге менән алдырғас, Ҡазан командаһына ла килешер тип уйланы. Юҡ, шул, килеп сыҡманы. Квартальнов беҙҙекеләрҙең бар етешһеҙлеген күҙ уңында тотоп, «Салауат Юлаев»ты үҙ тарихында тәүгә плей-оффта «ҡоро» иҫәпкә еңеп, «артына» типте… Ояты ни тора. Команда тулыһынса уларға ҡаршы әҙер булмай сыҡты. Ә инде заманында бергә уйнап, Цулыгинды урынынан алып ырғытҡан командалаш иптәше, «Салауат Юлаев» клубы директоры Чижов, хәҙер һылтаныуҙар табып, команданы киләсәк менән төҙөнөк тип аҡлана. Ул ғына ла түгел, беренселек барышында, Ламса менән килешеүҙе бер йылға оҙайтып та өлгөрҙө ул. Хөҙер килеп, әгәр команданан кит тиһәләр, китәм тип тә белдерҙе Чижов. Бына хикмәт ҡайҙа ул… Ә бит ул команданы киләсәк менән төҙөнөм тине. Ҡайҙа ул киләсәк?.. Беҙҙең тәрбиәләнеүселәргә күптән бит инде урын юҡ. Булғандары ла төп составҡа бик һирәк эләгә. Эләкмәгәндәре ситтә йонсой. Ниндәй киләсәк тураһында һүҙ бара һуң? Әллә, ни тиһәң дә, Татарстанда ул йәһәттән эштәр яйға һалынған һымаҡ. Бушҡа ғына уның көйәрмәндәре: ҡайҙа һуң һеҙҙең башҡорт уйынсылары тип хөрән һалмайҙыр. Ысынлап та ҡайҙа ул?.. Беҙгә лә ҡыҙыҡ.
«Аҡ барс» менән булған осрашыуға әйләнеп ҡайтҡанда, ысынлап та өфөләр уларҙан күпкә көсһөҙөрәк күренде. Уны танырға кәрәк. Беҙҙең беренсе пятерка ауыҙлынланғас, башҡалары нимә эшләргә белмәне. Әлбиттә, тырышты, тик тренерҙар күҙаллауынса, улар башҡа эш башҡарырға тейеш ине. Тоғро ҡапҡасыбыҙ ҙа «тишек» булып, яҡташы ла уны алмаштырырға ашыҡманы. Ҡыҫҡаса әйткәндә, Ламсаның системаһы ҡойолоп төштө. Ә уны ваҡытында күреүселәр табылманы. Һәм шуның менән «Салауат Юлаев» мәсхәрәгә ҡалып, үҙ тарихында тәүгә «ҡоро» иҫәпкә еңелеп, плей-оффтан төшөп ҡалды. Фин белгесе маҡсатына ирешмәне, тимәк командала урын юҡ. тигән һүҙ. Ниңә уны тоторға?.. Ана билдәле яҡташыбыҙ Заварухин да «Себер»ҙә тәжрибә туплап өлгөрҙө, шул уҡ Цулыгин да ҡайтмаҫ. тимә…
Кем әйтмешләй, система…
Фото: ТАСС.
Читайте нас