Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Март 2021, 08:40

Баймаҡта - йәнә бер һәйкәл!

Бөгөн, Рәсәй Федерацияһының Милли гвардияһы ғәскәрҙәре көнөндә Баймаҡ ҡалаһының Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында Эске ғәскәрҙәргә (ВВ) һәйкәл асыу тантанаһы үтте. ⏬

"Эске ғәскәрҙәр ветерандарын һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотлайым!", - тип хәбәр итә район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.
Әйтергә кәрәк, паркта быға хәтлем сик буйы һәм һауа-десант ғәскәрҙәренә арналған монументтар ҡоролған ине. Шулай итеп тиҙҙән баймаҡтар үҙҙәре хеҙмәт иткән бөтә төр ғәскәрҙәрҙең дә иҫтәлекле урынын булдырасаҡ.
Читайте нас