Әбйәлил районының Асҡар ауылында бер йортта төндә янғын сыға. Ғаилә янғын ҡорамалының ныҡ итеп тауыш биргәненә уянып китә.
Йортта дүрт кеше була: ир, ҡатын һәм уларҙың ике бәләкәс ҡыҙҙары.
Йорт хужалары янғындан ҡотолоп ҡала, хатта янғын менән дә бер ни тиклем уға ҡаршы көрәшә. Тик ут йорттоң ҡыйығына күсеп китә һәм үҙ көстәре менән һүндерә алмайҙар. Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар килә.
Ут сығыу сәбәбе – электр мейесенең насар эшләүе.