«Башавтотранс» ДУП-ы генераль директоры Надир Самиев белдереүенсә, етештереүсе техниканы ҡулланыуҙа тыуған дәғүәләрҙе иҫәпкә алған.
Яңы автобус элеккеләренә ҡарағанда киңерәк һәм оҙонораҡ, тәҙрәләре ҙурыраҡ, ултырғыстары ла күберәк. Һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн инеү-сығыу аппарелдәре таймаҫлыҡ итеп эшләнгән.
Водителдәр өсөн кабина заманса һәм уңайлы эшләнгән. Автобус эсендәге һәм тышындағы ваҡиғаларҙы һигеҙ видеокүҙәтеү камераһы теркәй. Яңы машинаның двигателе КПГ тәбиғи газында эшләй - бер заправка тулы эш сменаһына етә. Автобус пассажирҙарҙы һанарға мөмкинлек бирә һәм заманса хәүефһеҙлек саралары менән йыһазландырылған.
– Беҙҙең транспорт системаһы ошоноң кеүек заманса автобустарға мохтажлыҡ кисерә, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ пассажирҙар ташыу селтәрен үҫтереүҙе дауам итәсәкбеҙ. Был ҙур ҡалаларҙа ғына тигәнде аңлатмай. Беҙҙең алда ауылдарҙы һәм район үҙәктәрен автобустар менән бәйләү бурысы тора.
Тест-драйв һөҙөмтәләре буйынса «Башавтотранс» яңы автобустарҙы ҡала маршруттарында ҡулланыу өсөн алырғамы - юҡмы икәнен хәл итәсәк.