Туймазы район дауаханаһының терапевты ауырыуҙы ҡарар өсөн саҡырыу буйынса районда йәшәгән ғаиләләрҙең береһенә килә. Сирлене тикшереп, уның амбулатор картаһына яҙмалар индергәндән һуң медик картаны үҙе менән алып китергә теләй. Шул ваҡытта сирленең ҡыҙы уға ташлана, һөҙөмтәлә, табиптың халаты йыртылған, ҡулдары һәм башы төйгөсләнгән.