Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Март 2021, 06:45

Бөтә донъя фольклориадаһына 100 көн ҡалды!

Башҡортостан ҡабул итәсәк Оло йыйын 3 июлдән 10 июлгә тиклем үтер тип көтөлә.

Донъяның төрлө тарафтарынан, 80-дән ашыу илдән ҡатнашыусылар килергә теләк белдерә, мәртәбәле ҡунаҡтар саҡырылған. 3 мең ҡатнашыусы, бихисап туристар килеүе көтөлә. Абруйлы сараны юғары кимәлдә уҙғарыу өсөн эштәр күптән башланды.
Мәҙәни программаға республиканың 35 муниципаль районында эшләйәсәк махсус майҙансыҡтар индерелгән. Күргәҙмә-йәрминкәләр, традицион уйындар, кейемдәр парады һәм ҙур концерт үткәреү ҡаралған. Бөгөндән VI Бөтә Донъя фольклориадаһы дирекцияһы мәҙәниәт өлкәһендәге яңылыҡтар менән таныштыра барасаҡ.
Кисә фольклориадаға тиклем 100 көн ҡалыуына арнап махсус тәңкә һуғылды. Ул Дим буйы башҡорттарының милли биҙәүесендә урын алды.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас