Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Марта 2021, 18:44

Янған урынды дауалау өсөн

Янған ваҡытта тире күберсеп, яралар барлыҡҡа килә. Ошондай урынды дауалау өсөн түбәндәге рецептты ҡулланып ҡарарға мөмкин.

Таҙа балауыҙ ҡушылған үҫемлек майын ҡайнатырға (2 өлөш майға 1 өлөш балауыҙ). Йылы килеш (эҫе булмаһын!) ошо ҡатнашмаға таҙа туҡыманы манып алып, яра урынына ҡуйырға һәм бинт менән нығытырға.
Әйткәндәй, янған урынға йәки асыҡ яраға ҡайнатылмаған май һөртөргә ярамай. Май менән бергә яраға төрлө инфекция эләгеүе ихтимал.
Зәйтүн майы ла яраны бөтәштереү һәләтенә эйә. Шулай уҡ ике өлөш майға бер өлөш балауыҙ ҡушып, ҡайнатырға һәм һыуытып банкаға һалырға. Яраны водород перекисы менән йыуғандан һуң, май һөртөлгән бинт менән бәйләргә мөмкин.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас