Әлеге ваҡытта республикала 131 ковидҡа ҡаршы вакциналау пункты эшләй. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында 15 мартта асылған пунктта ғына 887 кеше вирусҡа ҡаршы прививка эшләткән. 26 марттан Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында дүрт мобиль пункт асыу планлаштырыла. Республика иҫәбенә медицина ойошмалары өсөн 48 туңдырғыс һатып алынған.