25 март көнө беҙҙең мәктәптә "Башҡортостан ата-әсәләре сәләмәт туҡланыу өсөн!" исеме аҫтында Берҙәм республика Асыҡ ишектәр көнө үтте. Сараға һәр кластан ата-әсәләр комитеты ағзалары саҡырылды. Улар мәктәп ашханаһында уҡыусылар өсөн әҙерләнгән ҡайнар аштан ауыҙ итте. Шулай уҡ мәктәп ашханаһында туҡланыу өлкәһенә ҡағылған ата-әсәләрҙең һорауҙарына яуаптар бирелде.