Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2021, 15:30

Ташҡынға ҡаршы комиссия ултырышы үтте

Бөгөн, 25 мартта БР Хөкүмәте Премьер-министрының урынбаҫары Ирек Сәғитов етәкселегендә Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса Башҡортостан Республикаһы комиссияһының һәм ташҡынға ҡаршы республика комиссияның бергә ултырышы үтте. ⏬

Әлеге ваҡытта яҙғы ташҡындың нисек буласағы тулыһынса күҙалланған. Йылғаларҙың әрселеүе 8-13 апрель тирәһендә көтөлә. Ағиҙел йылғаһы бассейнындағы һыуҙың максималь кимәле күп йыллыҡ уртаса дәүмәлдә торасаҡ. Республикала яҙғы ташҡынды үткәреүгә әҙерлек 250 тораҡ пунктты һыу баҫыу ихтимал тигән шарттарҙа башҡарыла. Юғары әҙерлек һыҙатында 20 мең кеше һәм 5 меңдән ашыу дана техника менән катер-кәмә әҙер тора.
Сарала бер юлы урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге һорауҙары ҡаралды, былтырғы миҙгелгә баһа бирелде, яҙғы-йәйге янғын ҡурҡынысы янаған миҙгелгә әҙерлек саралары барланды. Былтырғы йәй эҫе килеп, дөйөм майҙаны 3726 гектарҙа 165 урман янғыны теркәлгән. Быйыл иһә утлы афәттәрҙе иҫкәртеү маҡсатында традицион иҫкәртеү алымдарына яңылары ла өҫтәләсәк.
Быйыл БР Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса вертолет техникаһы һатып алыу ҡаралған. Винтлы осҡостар ярҙамында урман һәм дала янғындары сыҡҡан урындарҙы асыҡлау, ҙур майҙандарҙа ут һүндереү, һыу баҫҡан урындарҙы тикшереү, бәлә-ҡаза сыҡҡан зоналарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һәм тәү кәрәкле әйберҙәр ташыу ҡаралған.
Бынан тыш, янғындарҙа балаларҙың һәләк булыуын иҫкәртеү тураһында һөйләшеү барҙы. Былтыр ғына 13 баланың йәне утта ҡыйылған, быйыл иһә өс үлем теркәлгән. Был проблеманы хәл итеүҙә аныҡ иҫкәртеү саралары ҡабул ителде.
Читайте нас