Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2021, 18:08

Тағы 109 кешелә COVID-19 диагнозы раҫланған

Башҡортостанда ковид менән ауырыусылар һаны үткән тәүлектә 109 кешегә артҡан.

Пандемия башланғандан алып республикала яңы коронавирус инфекцияһы менән зарарланыусылар һаны 31,7 меңдән артҡан. Шуларҙың 26,4 меңдән ашыуы сирҙе еңеп, аяҡҡа баҫҡан. Ә 343 кеше өсөн ул үлемесле сиргә әүерелгән. Һуңғы тәүлектә генә вирус тағы өс кешенең ғүмерен өҙҙө.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас