РФ фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков шәхсән үҙәккә барып, тәүге партия ампулаларын төрөүгә старт бирҙе.
Был вакцинаны ирекле һынау ваҡытында Рәсәйҙең элекке баш санитар табибы, Дәүләт Думаһы депутаты Геннадий Онищенко яһатҡан.
“КовиВак” суспензия рәүешендә мускулға индерелә. Чумаков исемендәге ғилми үҙәк уны йылына 10 миллион дозаға тиклем етештерергә уйлай.
Шулай итеп, әле Рәсәйҙә коронавирусҡа ҡаршы өс вакцина теркәлгән: "Спутник V" ("ГамКовид-Вак"), "ЭпиВакКорона", "КовиВак".