Яҙыусы Әмир Әминев урыҫ әҙәбиәтенең матур өлгөһөн башҡортсаға ауҙарҙы. Мәҫәлән, Валентин Распутиндың «Француз теле дәрестәре» хикәйәһе. Уның буйынса мәлендә Рәсәйҙә кинофильм төшөрөлдө. Беҙ был фәһемле хикәйәне Башҡортостандың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиев уҡыуында ишеттерҙек.
Һәр ай һайын әҙиптәрҙең тыуған көндәре лә күҙ уңында тотола. Мәҫәлән, март айында Мөнир Ҡунафин алтын юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан автор әҫәре буйынса өр-яңы яҙма әҙерләнек. Ул – күптән түгел «Ағиҙел» журналында донъя күргән “Соҡор” хикәйәһе. Эфир тулҡындарына был әҫәр Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмзил Сәлмәнов уҡыуында сыға.
27 март – Театр көнө. «Юлдаш» хеҙмәткәрҙәре актерҙар менән һәр ваҡыт тығыҙ бәйләнештә эшләй, сөнки халыҡ уларҙың тауышын ишетеп рухлана, йыр-моңонан илһамлана. Шуға фондта һаҡланған радиоспектаклдәр ҙә эфирҙа урын ала. Атап әйткәндә, 23–25 мартта оло яҙыусы һәм драматург Мөкәрәмә Садиҡованың «Гөлгөнәм-бергенәм» исемле пьесаһы буйынса әҙерләнгән тапшырыуҙар яңғыраясаҡ. Уны А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артистары башҡара.
«Әҙәби уҡыуҙар»ҙы шаршамбынан алып кесе йомаға тиклем һәр кис сәғәт 10-сы 15 минутта тыңларға була. Улар күңелегеҙгә йән аҙығы бирер, тигән өмөттәбеҙ.