Өфөлә йәшәүсе ҡыҙ Кира ҡушаматлы бүрене фатирында тота. Алида йыртҡысты 28 көнлөк сағында Силәбе өлкәһендәге приюттан алып ҡайта. Әйткәндәй, был учреждение бүре менән эт гибридтарын сығарыу, тәжрибәләр үткәреү менән шөғөлләнә.
Кираның әсәһе – бүре, ә атаһы маламут тоҡомло эт. Ул 75 процентҡа бүре булһа , ҡалған гендары эттеке. Шуға күрә унда йыртҡыс сифаттары күберәк. Әммә бүреләр йәмғиәткә хәүефле түгел, уларҙың аҙыҡ селтәренә кеше инмәй, тип иҫбатлай хужабикә.
-Кешеләрҙән яуызлыҡ күрмәгәс, минең бүрем дә уларға яҡшы мөнәсәбәттә. Хатта йорттағы бесәйгә лә теймәй. Улым Богдан менән дә дуҫ. Өрә белмәй, ә бына уларҙың бергә олоғаны социаль селтәрҙәрҙә бихисап лайк йыя, – ти Алида Насирова.