Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2021, 14:56

Ҡатынын вәхшиҙәрсә туҡмаған һәм ут төрткән

Тәненең 80 проценты янған ҡатын иртәгеһенә йән биргән.

Белорет ҡалаһында хәмер эсеп алйыған 63 йәшлек ир ҡатынын ныҡ итеп туҡмаған. Бынан һуң да үсе ҡанмағас, уға бензин һибеп, ут төрткән. Ҡатын ул туҡмаған ваҡытта туғандарына шылтыратып хәбәр итеп өлгөргән. Полиция килеп ишекте емереп асыуға, ул янғын эсендә булған. Үкенескә күрә, тәненең 80 проценты янып өлгөргән бисара ҡатын иртәшеһенә дауаханала йән биргән.
Уның тормош иптәше ҡатыны янған саҡта бүленгән матдәләрҙән ағыуланған. Медиктар уға ярҙам күрһәткәндәр. Яҡын кешеһенең башына еткән өсөн уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, әле ул полиция бүлегендә.
Фото: БР-ның Тәфтиш комитеты
Читайте нас