15 марттан 21 мартҡа тиклем 24433 кеше ОРВИ менән сирләгән. Өфө ҡалаһында ғына 7163 кешенең ауырыуы асыҡланған.
Белгестәр аңлатыуынса, әлеге ваҡытта республикала ауырыу күрһәткесе эпидемия сиге кимәлендә тора. Сирләүселәрҙең яртыһынан күбеһе – 17 йәшкә тиклемге балалар.
Лаборатор тикшереүҙәр мәғлүмәттәре буйынса, киҙеү вирусын йөрөтүселәр ҙә бар.