Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Март 2021, 16:43

Студенттар һәм уҡытыусылар башҡорт вуздарының төп проблемаларын атаны

Уларҙың береһе – иҫке дөйөм ятаҡтар.

Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын үҫтереү институты сираттағы эҙләнеүҙе тамамланы. Институт белнестәре өс меңдән ашыу кешенән бөгөнгө башҡорт вуздарының насар ятаҡтарын һорашты. Был һорау алыу киләсәктә Өфө вуз-ара кампустың концепцияһы өҫтөндә эшләү өсөн кәрәк.
Һорау алыу һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, студенттарҙың һәм уҡытыусыларҙың 45% вуз биналарын һәм ятаҡтарҙы ремонтлауға иғтибарҙы йүнәлтеү кәрәклеген билдәләгән. Тағы ла 18% яуап биреүселәрҙе вуз территорияларының дөйөм йөҙө борсой. Респонденттарҙың тағы бер өлөшө аудиторияларҙы ремонтлау, ашхана һәм китапханаларҙың сервисын күтәреү кәрәклегенә баҫым яһаған. Студенттарҙың һәм уҡытыусыларҙың 10% мәҙәни ял һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн яңы урындарға мохтаж.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас