Пандемия сәбәпле туҡталып торған «Кубоктар лигаһы» йәнә тамашасылар өсөн эш башланы. Өфөнән «Тегенән-бынан», «Шаҡмаҡ», «Бер минут», Стәрлетамаҡ ҡалаһынан «Филпром», Әбйәлил районының Хәмит ауылынан «Хәмит» һәм Күгәрсен районынан «Ритайым» командалары тос, үткер шаяртыуҙары менән тамашасыларҙың күңелен күрҙе.
Ике сәғәт буйы барған көлкө бәйгеһендә командалар тамашасы һәм жюри иғтибары өсөн аяуһыҙ көрәште. Һәр ярышта ла еңеүсе һәм еңелеүселәр була. Был юлы урындар түбәндәгесә билдәләнде:
1-се урын — «БЕР МИНУ»Т (Өфө)
2-се урын — «РИТАЙЫМ» (Күгәрсен районы)
3-сө урын — «ТЕГЕНӘН-БЫНАН» (Өфө).
Бынан тыш, иң сағыу уйынсылар махсус бүләктәр менән билдәләнде. «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ» номинацияһында «ФИЛПРОМ» командаһынан Айгөл Хәйбуллина еңеүсе тип табылһа, ә «Иң яҡшы ир-егет роле»ндә «ТЕГЕНӘН-БЫНАН» командаһынан Айгиз Хәсәнов билдәләнде. Еңеүселәрҙе Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары Фирҙәт Ғәлиев һәм Гөлмирә Исмәғилева ҡотланы.
«Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды» етәксеһе Гөлназ Йосопова «Иң яҡшы шаяртыу» номинацияһында еңеүе өсөн Әбйәлил районының Хәмит ауылынан Нияз Абдуллинды бүләкләне.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова йәштәрҙең туған телде яратыуы һәм хөрмәт итеүҙәрен билдәләп үтте һәм тапҡыр, отҡор егеттәргә һәм ҡыҙҙарға рәхмәтен еткерҙе. Уның ҡулынан «Махсус бүләк» «РИТАЙЫМ» менән «ШАҠМАҠ» командаларына эләкте.
Шаяртыуҙарҙың бер нисәүһе: «Әгәр кешеләр маймылға әйләнһә — Фидан үҙгәрмәҫ ине», «Бөрйәндә туй шул тиклем шәп үткән, хатта ҡунаҡтар килеп өлгөрмәгән», «Ялҡау малай ҡырыныр урынға — дингә баҫҡан».