Өфөнөң «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһының уйынсылары ауырып киткән.
Беҙҙең ҡыҙҙар финалға сыҡты, тип ҡыуанып та өлгөрмәнек, әле күңелһеҙ хәбәр еткерҙеләр. 13 мартта хоккейсыларҙың тапшырған тесты ыңғай булыуы асыҡланған. Ҡабаттан биреп тә ҡарағандар, әммә анализдар шул уҡты күрһәткән.
Шулай итеп, финал серияһын үткәреү кисектерелә. «Ағиҙел» Ҡытайҙың «Ванке Рейз» клубы менән 6-16 майҙа Канадала үтәсәк донъя чемпионатынан һуң ғына осрашасаҡ, әлегә аныҡ дата билдәһеҙ.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ковид юлаевсыларҙы ла урап үтмәне, улар миҙгел башланыр алдынан сирләп алғайны.