Дауахана һәм поликлиникаларҙан тыш, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ла прививка эшләтергә мөмкин. Прививка эшләтер алдынан мотлаҡ терапевт ҡарарға тейеш – киҫкен респиратор-вируслы инфекция (ОРВИ) билдәләре булғандарҙы ҡабул итмәйҙәр. Шулай уҡ пациент анкетаһын тултырырға кәрәк. Билдәле булыуынса, вакцина ике этапта эшләнә.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, вакцинаның тәүге компонентын 117 меңдән ашыу кеше эшләткән, ә 81 меңдән ашыу кеше вакциналауҙың ике этабын да үткән. Коронавирустан вакцина бушлай эшләнә, һәм теләге булған һәр кем ирекле рәүештә эшләтә ала.
Өфө ҡалаһынан хаҡлы ялдағы Алмира Ғүмәрова йыл һайын киҙеүгә ҡаршы прививка эшләтә. Быйыл иһә коронавирустан да вакцина яһатҡан. «Мин ковидтан ауырығым килмәй, шуға күрә лә был прививканы эшләтергә кәрәк, тип иҫәпләйем», – ти ул.