Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Март 2021, 11:33

Башҡортостанда 189 155 “һуғыш балалары” йәшәй

Уларҙың хәле тураһында социаль селтәрҙәрҙә бөгөн Радий Хәбиров хәбәр итте.

Башҡортостанда йәшәүсе 189 155 кеше 1945 йылдың 3 сентябренә – Бөйөк Ватан һуғышының тамамланыуына тиклем тыуған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика парламентарийҙары “һуғыш балалары” тураһында ҡанунды тикшерә. Хәбировтың һүҙҙәре буйынса, ҡанун быйылғы йылдың май айында ҡабул ителәсәк.
- “Һуғыш балалары”ның 93 проценты төрлө нигеҙҙә социаль ярҙам менән файҙалана. Ә 13 240 кеше льготалы категорияға эләкмәгән, - тип билдәләне башлыҡ.
Радий Хәбиров шулай уҡ һуғыш балаларына матди ярҙам “бюджет артҡандан һуң” артасаҡ, тип вәғәҙә итте.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас