Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Март 2021, 05:40

Бөгөн – Халыҡ-ара депрессияға ҡаршы көрәш көнө

Был иҫтәлекле датаның маҡсаты – рухи һаулыҡҡа иғтибарҙы йәлеп итеү. Айырыуса бөгөнгө заманда күп кеше депрессияға дусар булыусан. Сәбәптәр ҙә етерлек шул. Түбәндә был ауырыуҙан ҡотолоу юлдары ла яҙылған.

Баҡһаң, депрессия менән донъяла 400 миллионға яҡын кеше йонсой икән. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар тиҙ бирешә.

Унан ҡотолоуҙың бер сараһы – серотонин һәм дефамин гормондары кимәлен көйләү. Артыҡ күп кәрәкмәй: сәләмәт һәм тулы йоҡо, яҡтыла күп булыу, даими физик хәрәкәт, яҡшы туҡланыу. Ошолар үрҙә телгә алған гормондарҙы нормаға килтерә.

Депрессияға дусар булғанды ҡайҙан белергә? Уныһы ла ябай: үҙегеҙҙе яңғыҙ тип тойһағыҙ, гел арыһағыҙ, хәсрәтле уйҙар баҫһа, бер нәмә лә эшләгегеҙ килмәһә, тиҙ ҡуҙғыусанға әйләнһәгеҙ, аппетитығыҙ һәм йоҡоғоҙ ҡасһа – һеҙҙә депрессия башланған, тимәк.

Түбәндә унан ҡотолоу юлдарынан бер нисәүһе:
Конфликтҡа инмәгеҙ
Кеше менән аралашырға тырышығыҙ
Алкоголь ҡулланмағыҙ, киреһенсә, витаминлы ризыҡ ашағыҙ
Саф һауала йөрөгөҙ, иң яҡшыһы – йүгереп йә эшләп алығыҙ
Йорт хайуандары ла ярҙам итер
Өйҙә кәрәкмәгән нәмәләрҙән ҡотолоғоҙ (иҫке ҡағыҙҙар, кейемдәр һ.б. )
Тәбиғәткә сығығыҙ (һис юғы баҡсала эшләгеҙ)
Былар ҙа ярҙам итмәһә, табипҡа мөрәжәғәт итергә ҡала.
Фото: vk.com
Читайте нас